Театральная ночь Явгильдинский СК

Хөрмәтле ауылдаштар! Кисә клубта "Театр төнө" үтте. Килеүселәр, мөғайын, йырлы ла , моңһоу ҙа минуттар кисереп, халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәрим тураһында күп кенә мәғлүмәттәр алып, рухи яҡтан байып ҡайтҡандарҙыр тип ышанам.Кисә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланып, уның драма әҫәрҙәренән өҙөктәр ҡуйылды, монологтар уҡылды һәм йырҙары башҡарылды. "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" спектаклдән өҙөктә Кендек ролен Айназ Бурангулов, Оло Инәйҙе Рәзилә апай Зәйнетдинова уйнаны. "Айгөл иле" спектакленән Зөлхәбирә монологын Лилиә Миниязова, Айгөл монологын Илсиә Абдульманова уҡыны, ә Мәрәһим йырын, Фидан Ғафаровҡа ҡушылып, тамашасылар менән бергәләп башҡарҙыҡ. Кисә барыһына ла оҡшаны, кешенең әҙ булыуы ғына кәйефте ҡыра. Кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт еткерәм!


Карта сайта
Продолжая использовать данный сайт, Вы даете согласие на обработку своих персональных данных.