Творческий конкурс поэтов среди детей “Өмөтлө ҡәләм” Саитбабинский СДК

Тыуған районым Ғафуриҙа бына 19 йыл инде уҙғарылып килгән “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Йөҙәрләгән бала ҡатнашҡан был сараны мин башлап ебәргәйнем һәм үҙемдең премияларымды булдырғайным.
Йәш ижадсыларҙың быйылғы байрамы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙғарылды, унда райондың барлыҡ белем биреү усаҡтарынан һәләтле балалар, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары йыйылды.
Бәйгелә еңеүселәргә премиялар өләштем, дәртләндереү приздарын тапшырҙым. Һәр бүләкләнеүсегә автографлы китаптарымды бирҙем. Һәм, һәр йыдағыса, ҡәләм тибрәтеүсе, әҙәби ижадҡа тартылыусы балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙыу оҫталығы буйынса мастер-класс та уҙғарҙым.
Тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ был сараны уҙғарыуҙа көс һалған “Табын” гәзите редакцияһына, мәғариф бүлегенә ҙкр рәхмәт. Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға уҡыу йортондағы күҙгә ташланып торған ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланыуыуымды белдерҙем, һәр урында милли рух, телһөйәрлек, илһөйәрлек танылып торағанын әйттем, китапхана фондына яңы китаптарымды бүләк иттем.
Йәш ижадсылар, лауреаттар менән фотоға төштөм, “Дан ағасы” янында төшкәнем үҙе бер иҫтәлек – уның 100 япрағына Башҡортостандың 100 йыллығында гимназияла атҡарылған 100 күркәм эш яҙылған!
 

Карта сайта
Продолжая использовать данный сайт, Вы даете согласие на обработку своих персональных данных.